+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
1 Июнь 2025, 05:54

“Китап байрамы”ның өсөнсө көнө балалар өсөн эшләй

“Китап Байрамы” йәрминкәһенең өсөнсө көнө Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә тап килгәс, балалар өсөн бик күп  саралар тәҡдим итә. Ул “Киләсәк тураһында һүҙ” тигән девиз аҫтында үтә.

“Китап байрамы”ның өсөнсө көнө балалар өсөн эшләй“Китап байрамы”ның өсөнсө көнө балалар өсөн эшләй
“Китап байрамы”ның өсөнсө көнө балалар өсөн эшләй

Төп сәхнәлә артистар балалар өсөн спектаклдәр күрһәтә, бәләкәй сәхнәлә Салауат башҡорт драма театры әкиәт ҡуя.

“Арт-Ҡоролтай. Балалар” форумы Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған Йыйылма балалар хоры сығышын ойошторған.

Кис көнө “Каруза” тигән фильм (6+) була.

Аҡмулла сәхнәһендә “Һаумы, һаумы, әкиәт” республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителәсәк. Шунан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры “Музыкаль әкиәттәр биттәре буйлап” тигән тамаша күрһәтәсәк.

Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар ижады конкурсы үтәсәк.

Кис Рус академия драма театры “Бәләкәй принц” әкиәтен тәҡдим итәсәк.

Балалар яҙыусылары менән осрашыуҙар үтәсәк. 15 сәғәттә яҙыусы, шағир, натуралист Станислав Востоков тәбиғәт тураһында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләйәсәк (1-се эш сатырында). 16 сәғәттә Аҡмулла сәхнәһе Валентин Постниковҡа тапшырыла. Уның атаһы Юрий Дружков балаларға билдәле Карандаш менн Самоделкин персонаждарын ижад иткән. Валентин иһә үҙенең китаптарында был геройҙарҙың мажараларын дауам иттерә.

Ошо уҡ ваҡытта төп сәхнәлә әкиәттәр ижад иткән яҙыусы Андрей Усачев сығыш яһаясаҡ. Йәнә балалар яҙыусылары Евгения Одинцова, Ольга Малышкина, Антонина Крейн, Екатерина Горбунова һәм Татьяна Рик менән осрашыуҙар була.

14 – 18 сәғәттә “Аманат” журналы менән “Йәншишмә” гәзите берлектә балалар өсөн шашка ярыштары, викторина, оҫталыҡ дәрестәре һәм уйындар ойоштора. Беҙҙең сара “Китап” нәшриәтенең сатырында үтәсәк.

 

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас