+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
1 Июнь 2025, 13:26

Китап байрамында шәжәрә төҙөү тураһында

Бөгөн 1-се эш сатырында “Русское слово” нәшриәтенең тарихҡа һәм шәжәрәләргә арналған сараһы булды.

Китап байрамында шәжәрә төҙөү тураһындаКитап байрамында шәжәрә төҙөү тураһында
Китап байрамында шәжәрә төҙөү тураһында

“Русское слово” Мәскәү нәшриәте балалар һәм үҫмерҙәргә төрлө жанрҙарғы китаптар тәҡдим итә, шулай уҡ мәктәп дәреслектәре, уҡытыусылар өсөн әсбаптар сығара. Китап байрымының өсөнсө көнөндә ул “Ил тарихы ғаилә тарихы аша: нисек итеп шәжәрәне бала менән бергәләп өйрәнергә?” тигән темаға интерактив үткәрҙе.  Шәжәрә темаһы беҙгә, башҡорттарға,  бик таныш һәм яҡын, сөнки ете быуын шәжәрәңде  белеүҙең әһәмиәте беҙҙең ҡанға һеңгән. Бөгөнгө сара иһә тамырҙарҙы өйрәнеү һәм белеү зарурлығын ил күләмендә аңлағандарын күрһәтте.

Ил тарихы күҙәнәктәрҙән – айырым кешеләрҙең тарихынан хасил була. Һәр кешенең, һәр ғаиләнең үҙ тарихы, үҙ яҙмышы бар. Уларҙы белеү балаға үҙенең кемлеген асыҡларға, ҡатмарлы тормош юлдарында дөрөҫ йүнәлеш һәм тотороҡлолоҡ алырға ярҙам итә.

Ә баланы шәжәрәһен асыҡларға нисек итеп өйрәтергә һуң? Ошо һорауға яуапты “Русское слово” нәшриәте сығарған “Моя родословная книга” тигән китапта табырға була. Уның авторы – тарих фәндәре кандидаты Кирилл Кочегаров.

Интерактивта өлкәндәр үҙ тормошонан  ҡыҙыҡлы осраҡтарҙы һөйләне, ә балалар үҙенең шәжәрә ағасын эшләп, буласаҡ вариҫтарына хат яҙып ҡараны.

Сараны “Русское слово” нәшриәтенең вазифалы кешеләре – иҡтисад фәндәре кандидаты Инна Буторина, тарих уҡытыусыһы Юрий Кочеров алып барҙы.

Фото: "Русское слово" нәшриәтенең ВК сәхифәһенән.

Китап байрамында шәжәрә төҙөү тураһында
Китап байрамында шәжәрә төҙөү тураһында
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас