+24 °С
Дождь
Яңылыҡтар
1 Июня 2025, 06:04

Китап уҡыу тормошта нисек ярҙам итә? 5 миҫал

Был миҫалдарҙы  III Халыҡ-ара  «Китап Байрамы» йәрминкәһе ҡунағы, Өфөнөң «Избитый сюжет» китап клубын ойоштороусыларҙың береһе Татьяна Фролова килтерҙе.

Китап уҡыу тормошта нисек ярҙам итә? 5 миҫалКитап уҡыу тормошта нисек ярҙам итә? 5 миҫал
Китап уҡыу тормошта нисек ярҙам итә? 5 миҫал
  1. Уҡыу эмпатияны үҫтерә. Кеше китап уҡығанда, сюжетҡа ышана һәм үҙен персонаждар менән бәйләй, уларҙың уй-кисерештәре, хис-тойғолары менән йәшәй башлай. Һөҙөмтәлә уға ысын тормошта мөнәсәбәттәр булдырыу еңелләшә.
  2. Тәжрибә күрһәтеүенсә, уҡыу карьера баҫҡысы буйынса күтәрелергә ярҙам итә. Сөнки аҡыллы һәм белемле кешеләр айырылап тора.
  3. Китап һөйөүселәр тиҙерәк йоҡлап китә һәм яҡшы йоҡлай.
  4. Библиотерапия тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Уҡыу хәүеф, стресс кимәлен кәметә һәм психик һаулыҡты һаҡлай.
  5. Китап һөйөү мейе ҡартайыуын тотҡарлай. Ғүмер буйы уҡыған кешеләрҙең өлкәнәйгәс тә когнитив һәләттәре юғарыраҡ булып ҡала. Улар интеллектуаль бурыстарҙы яҡшыраҡ үтәй.

«Минең өсөн ҡартлыҡта үҙ  аҡылымда булыу мөһим. Был минең шәхси мотивациям», – ти Татьяна Фролова.

 

#КитапБайрамы_АманатЖурналы

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас