+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
1 Июнь 2025, 06:49

ҠУМЫҠ ТЕЛЕНДӘ БАҪЫЛҒАН ПУШКИН

һәм башҡа уникаль китаптар тик "Китап Байрамы” йәрминкәһендә генә! III Халыҡ-ара “Китап Байрамы” йәрминкәһенә  илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән килгән нәшриәттәр халыҡҡа һирәк осраған китаптарҙы һатып алыу мөмкинлеген бирә.

ҠУМЫҠ ТЕЛЕНДӘ БАҪЫЛҒАН ПУШКИНҠУМЫҠ ТЕЛЕНДӘ БАҪЫЛҒАН ПУШКИН
ҠУМЫҠ ТЕЛЕНДӘ БАҪЫЛҒАН ПУШКИН

Мәҫәлән, «Дағстан» нәшриәт йорто павильоны халыҡтар мәҙәниәте, тарихы һәм традициялары тураһындағы баҫмалар, Дағстан классиктары Ирчи Казак, Сөләймән Стальский һәм  Рәсүл Ғамзатовтың әҫәрҙәрен тәҡдим итә. Уникаль китаптар ҙа бар, мәҫәлән, Ғамзатовтың инглиз теленә тәржемә ителгән шиғырҙар йыйынтығы һәм Пушкиндың әкиәттәре.

– Нәшриәтебеҙ «Китап Байрамы»  йәрминкәһендә  өсөнсө тапҡыр ҡатнаша, — тип һөйләне уның вәкиле Альпият Гаджиева. – Былтыр Рәсүл Ғамзатовтың йөҙ йыллығына сығарған китаптарыбыҙ йәрминкәлә Гран-при һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығының махсус призына лайыҡ булды. Был төбәктә классиктарыбыҙҙы яратыуҙары һәм ҡәҙерләүҙәре ҡыуаныслы. Минеңсә, һәр кемдә Рәсүл Ғамзатовтың «Һайланма әҫәрҙәр»е булырға тейеш. Милли  аш-һыу тураһында фотоальбомдар һәм китаптар килтерҙек, уларҙы халыҡ күпләп һатып ала. 

Әйткәндәй, Рәсүл Ғамзатов Мостай Кәримдең дуҫы була. Башҡорт классигының дуҫы тураһында хәтирәләрен туплаған китап  «Дағстан» мәғлүмәт агентлығы павильонында күрһәтелә.

Өфөлә үткән  III Халыҡ-ара “Китап Байрамы”йәрминкәһендә илдең бөтә төбәктәренән, шулай уҡ Беларустан, Ҡырғыҙстандан һәм Ирандан 98 нәшриәт үҙ баҫмаларын тәҡдим итә. Был – ябай магазиндарҙа булмаған китаптарҙы һатып алыу өсөн уникаль мөмкинлек.

Фотоларҙа: йәрминкә ҡунағы; Пушкиндың ҡумыҡ телендәге әкиәте.

 

#КитапБайрамы_АманатЖурналы

ҠУМЫҠ ТЕЛЕНДӘ БАҪЫЛҒАН ПУШКИН
ҠУМЫҠ ТЕЛЕНДӘ БАҪЫЛҒАН ПУШКИН
ҠУМЫҠ ТЕЛЕНДӘ БАҪЫЛҒАН ПУШКИН
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас