

Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Алһыу Хәсбиуллина етәкселегендәе Балалар йыйылма хорына республика музыка һәм сәнғәт мәктәптәренән 20 хор коллективы ингән. Шулай итеп, бөтә республиканан тупланған хор коллективы 600 кешенән тора.
Йәш артистарҙың сығышын башҡа тамашасылар менән бергә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм уның йәмәғәте Каринэ Хәбирова ҡараны.
Программаға 17 әҫәр ингән. Хор, Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарынан тыш, патриотик йырҙар башҡарҙы. Улар араһында Вениамин Баснерҙың, Давид Тухмановтың, Максим Блантерҙың, Заһир Исмәғилевтең, Владимир Шаинскийҙың, Рафиҡ Сәлмәновтың, Дмитрий Кабалевскийҙың, Нур Дауытовтың һәм башҡа композиторҙарҙың киң билдәле йырҙары бар ине.
Фотолар: Башинформ.