+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
2 Июнь 2025, 08:28

Һандар ни һөйләй? Китап байрамы йомғаҡтары

III Халыҡ-ара “Китап Байрамы” йәрминкәһенә йомғаҡ яһағандар. Һандар һәм факттар сараның ни тиклем күләмле булыуын раҫлай.

Һандар ни һөйләй? Китап байрамы йомғаҡтарыҺандар ни һөйләй? Китап байрамы йомғаҡтары
Һандар ни һөйләй? Китап байрамы йомғаҡтары

Китап байрамы сиктәрендә үткән эш саралары:

капиталь ремонттар һуң Башҡортостан Яҙыусылар союзы йорто асылды

Рәсәй Китап союзы идараһы ултырышы булды

РФ китапханалар директорҙарының Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе булды

“Рәсәйҙә китап индустрияһын үҫтереү” түңәрәк ҡоро һәм Милли нәшриәттәр менән танышыу үтте

Башҡортостан китапханалары хеҙмәткәрҙәренең филателия буйынса семинары булды

“Илем яҙмышында һуғыш” күргәҙмәһе асылды.

Йәрминкәлә өс көн эсендә

184 мең кеше булған

11,7 млн һумға 30 мең самаһы китап һатылған

2,5 млн һумлыҡ кәсепселек тауарҙары һатылған 

14 спектакль, нәфис-музыкаль тамаша, концерт күрһәтелгән

Яҙыусылар, шағирҙар менән 120-нән ашыу осрашыу үткән

27 тематик һәм интерактив майҙансыҡ эшләгән

35 тренинг, лекция, оҫталыҡ дәресе булған

6 акция, 1 флешмоб ойошторолған

МХО  яугирҙарына 1000 самаһы хат һәм асылма яҙылған

240 квадрат метр маскировка селтәре үрелгән

“Республика Башкортостан” нәшриәте баҫмаларына 411 подписка (56-һы “Добрая подписка”) яһалған.

Түбәндәге конкурстарға йомғаҡ яһалып, еңеүселәр бүләкләнгән:

«Урал батыр ерендә йыл китабы» халыҡ-ара конкурсы

Марина Москвина менән Тоталь диктант

«Ҡәләм һынау» төбәк-ара конкурсы

«Йылдың иң яҡшы китапханасыһы» республика конкурсы

Инвалид балалар араһында «Беҙ һеҙҙе онотмабыҙ, Геройҙар» республика конкурсы

«Һаумы, һаумы, әкиәт!» республика конкурсы

«Республика Башкортостан» нәшриәт йорто баҫмаларына яҙылыусылар араһында приздар уйнатыу һәм йомғаҡ яһау.

Йәрминкә сиктәрендә үткән саралар:

 «Арт-Ҡоролтай. Балалар» форумы

Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың һәм  «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының Попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбированың балалар сәнғәт мәктәптәре конкурстары һәм фестивалдәре лауреаттары менән осрашыуы

Башҡортостан Республикаһы Балалар йыйылма хорының  Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Мәңгелек юлдар» тигән ҙур концерты

Милли китаптар фестивале

XIII «Уҡы! Өйрән! Сағыу йәшә!» балалар танып белеү, үҫеш һәм ҡулланма әҙәбиәте фестивале (РФ Цифрлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы булышлығында)

Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикле балалар ижадының «Таланттар йондоҙлоғо» асыҡ конкурсы бенефисы

Тарихи-мәҙәни журналдар мөхәррирҙәренең «Мираҫ биттәре: Башҡортостандың хәҙерге заман медиакиңлегендә баҫмаларҙың роле» тигән осрашыуы

«Китап Байрамы» тураһында:

Бөтәһе 47,2 миллион ҡулланыусыһы булған киң мәғлүмәт сараларында 5 708  публикация донъя күргән,

шул иҫәптән төбәк сараларында  –  5 178, федераль сараларҙа – 525 (Россия2, Россия 24, ОТР, Мир, РИА Новости, Российская газета, КП, АИФ һ.б.),

сит илдәр сараларында – 5

БСТ-ның Асыҡ студияһында йәрминкә ҡунаҡтары менән 44 интервью яҙҙырылған

Матбуғат зонаһында ғына ла 50-ләп пресс-әңгәмә эшләнгән

Социаль селтәрҙәрҙә 25,8  мең  хәбәр теркәлгән, дөйөм ҡарауҙар һаны – 8,1 млн.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас