+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
3 Июнь 2025, 10:09

ҺАУ БУЛ, БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ! ҺАУМЫ, МӘКТӘП!

Балалар баҡсаһында сығарылыш иртәлеге – кескәйҙәр өсөн дә, ата-әсәләр һәм тәрбиәселәр өсөн дә тулҡынландырғыс ваҡиға. Яраттыҡ баҡсабыҙҙы, Ихлас уйнаныҡ, көлдөк. Сынығып һәм көс йыйып, Мәктәпкә әҙерләндек.

ҺАУ БУЛ, БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ! ҺАУМЫ, МӘКТӘП!ҺАУ БУЛ, БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ! ҺАУМЫ, МӘКТӘП!
ҺАУ БУЛ, БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ! ҺАУМЫ, МӘКТӘП!

Быйыл Баймаҡ ҡалаһы "Йондоҙло" балалар баҡсаһы йылы ҡосағынан оло киңлектәргә  – белем донъяһына – мәктәпкәсә әҙерлек башҡорт төркөмөнән 28 ҡошсоғон осора. Ҡанаттары нығынған, баштары ғорур күтәрелгән, ышаныслы ҡағына-ҡағына осор беҙҙең ҡошсоҡтар, Алла бойорһа! Бының өсөн тәрбиәселәре Әүәлбаева Көнһылыу Ғаҡиф ҡыҙы, Бикмырҙина Гөлсиә Миңлеәхәт ҡыҙы һәм тәрбиәсе ярҙамсыһы Сәғәҙәтова Лилиә Мәүлетдин ҡыҙы йөрәк йылыларын, күңел наҙҙарын йәлләмәй, һәр яҡлап сабыйҙарыбыҙҙы үҫтереүгә күп көс һалдылар, һүҙ менән дә, ҡараш менән дә башҡорт рухлы балалар тәрбиәләнеләр. Кескәйҙәребеҙ үҙҙәренең балалар баҡсаһында алған белемдәрен күрһәтеп, атай-әсәйҙәрҙе һөйөндөрҙө, дәртле бейеүҙәре һәм моңһоу йырҙары менән һәр кемдең күңелен арбаны. Былар барыһы ла беҙҙең хөрмәтле тәрбиәселәребеҙҙең һәм музыка етәксеһе Рәйсә Рафаил ҡыҙының ҡаҙаныштары! Оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һеҙгә, тәрбиәселәребеҙ! Беҙҙең кескәйҙәребеҙ һеҙ биргән белемдәрҙе, тәрбиәне аҡлар!

Аҡ юл һеҙгә, ҡошсоҡтарыбыҙ! Алған белем-һаҙаҡтарығыҙҙы дөрөҫ ҡулланып, тәрбиәселәрегеҙҙе ҡыуандырып, гел алдынғыларҙан булығыҙ!
Бөгөн беҙҙә оло байрам –
Баҡсаны тамамлайбыҙ.
Бик теләһәк тә беҙ унда
Бүтәнсә ҡала алмайбыҙ.


БӨРКӨТБАЕВА Яҙгөл,
ата-әсәләр комитеты ағзаһы.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас