+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
3 Июнь 2025, 07:20

“Әйҙә уйнарға!” фестиваленең етди маҡсаттары бар

5 июндән 8-енә тиклем Өфөлә II “Әйҙә уйнарға!” Бөтә Рәсәй уйындар һәм уйынсыҡтар фестивале була. Форумдың беренсе көнөндә уйындар һәм уйынсыҡтар тармағының үҫеш мәсьәләләрен тикшерәсәктәр.

“Әйҙә уйнарға!” фестиваленең етди маҡсаттары бар“Әйҙә уйнарға!” фестиваленең етди маҡсаттары бар
“Әйҙә уйнарға!” фестиваленең етди маҡсаттары бар

“Киләсәк өсөн уйын” тигән пленар сессияның исеменән үк күренеп тора: уйындар һәм уйынсыҡтар дәүләт сәйәсәтенә яуап бирергә, милли йолаларға ауаздаш булырға тейеш, сөнки ул илдең, халыҡтың киләсәгенә  йоғонто яһай.

“Уйын һәм уйынсыҡ – мәҙәни традицияның айырылғыһыҙ өлөшө” тигән стратегик дискуссияла Рәсәй Президентының илдә уйындар һәм уйынсыҡтар етештереү тармағын закондар менән тәьмин итеү, үҫеш сараларын эшләү тураһындағы бойороғо буйынса фекер алышасаҡтар. Төбәктәрҙең иң яҡшы тәҡдимдәре РФ Хөкүмәтенә әҙерләп тапшырыласаҡ.

Эш программаһында РФ Федераль Йыйылышы Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, РФ сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Екатерина Приезжева, РФ мәғариф министры урынбаҫары – статс-секретарь Андрей Корнеев, Балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары ассоциацияһы президенты Антонина Цицулина ҡатнашасаҡ.

Түбәнге Новгород, Киров өлкәләре һәм Башҡортостан Республикаһы үҙ төбәк программаларын тәҡдим итәсәк. Сарала был төбәктәрҙең власть органдары вәкилдәре  ҡатнашасаҡ.

Форумда Рәсәй “Белем” йәмғиәте, Стратегик инициативалар агентлығы, Рәсәй Мәғариф академияһы, төбәктәрҙең мәғариф, туризм, креатив индустрияларға булышлыҡ итеү министрлыҡтары, уйынсыҡтар һәм уйындар етештереүселәр үҙ проекттарын һәм программаларын тәҡдим итәсәк.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас