

Ярыш йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙән бөтә ҡатнашыусылар ҙа призлы урындар алды. Миҙалсылар иҫәбендә — Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы уҡыусылары: Динис Ғизәтуллин һәм Әмин Ҡасимов – көмөш, Денис Филиппов, Ильяс Ҡазыханов бронзаға лайыҡ булды.
Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһынан Айнур Ғүмәров беҙҙең команданың етәксеһе булды, Глеб Микрюков менән Вадим Харисов та уҡыусыларҙы иғтибар үҙәгендә тотто.
ӨДНТУ-ның Евразия политехник мәктәбенең 1-се курс студенты Вадим Харисов уҡыусыларҙы олимпиадаға әҙерләү тураһында һөйләне:
– Беҙ Бөтә Рәсәй олимпиадаһын үттек. Унда беҙҙең егеттәр уңышлы сығыш яһаны. Әлбиттә, еңеүгә үҙ аллы әҙерлек тә, Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы үткәргән дәрестәр ҙә ҙур йоғонто яһаны. Олимпиада теоретик һәм практик турҙан торҙо. Теоретик турҙа һигеҙ мәсьәлә бирелде. Икенсе тур ҡыҙыҡлыраҡ булды һәм ике йүнәлештән торҙо: реакцияны кинетик анализлау һәм pH-метр менән титрлау. Кемгәлер был эштәр еңел, кемгәлер ҡатмарлы булып күренде, сөнки ҡағиҙәләр йәһәтенән химия буйынса Бөтә донъя олимпиадаһына оҡшашлыҡ булды. Ундағы кеүек үк тиҙ уйларға, мәсьәләләрҙе тиҙ сисергә кәрәк ине, шул арҡала күптәр ваҡыт еткерә алмай ыҙаланды.
Сығанаҡ: Башинформ.