

– Башҡортостанда мине яратыуҙарын белә инем, әммә шул тиклемдер тип уйламағайным. Мин төшкән йәнһүрәт – балаларҙың иң яратҡан йәнһүрәттәренең береһе икән, — ти легендар айыу балаһы. – 2023 йылдың сентябрендә минең менән селфи эшләү өсөн оҙоооон сират теҙелгәйне..
Тәм-том белгесе Винни шулай уҡ аш-һыу тәьҫораттары менән дә уртаҡлашты.
– Былтыр мине Өфөлә башҡорт балы, Ҡарлыман ҡуйыртылған һөтө менән һыйланылар. Бындай татлы ризыҡтарҙы бер ҡасан да, бер ерҙә лә ашағаным булманы! – тине Винии-Пух. – Был юлы ла райдерға ошо тәмлекәстәрҙе индереүҙәрен һораным. Күпмеме? Юҡ, әйтмәйем!
***
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Әйҙә уйнарға" фестивале баш ҡаланың Совет майҙанында үтә һәм 5 июндән 8 июнгә тиклем дауам итәсәк. Көн һайын бында йәнһүрәттәр персонаждары булып кейенгән аниматорҙар һәм буйлы ҡурсаҡтар эшләй.
Әйткәндәй, 5 июндә Винни-Пухҡа тотош майҙансыҡ бағышлана. Мәҫәлән, бәләкәй ҡунаҡтар помпондарҙан айыу балаһы яһап, персонажды 3D ярҙамында терелтә ала.
Сығанаҡ: фестивалдең матбуғат хеҙмәте.