

Балаһы уйнағанда туған телендә һөйләшкәнде ишетһен, туған телендә теле асылһын өсөн, иң тәүҙә бер нисә уйынсыҡты тауышландырырға ҡарар итә.
Был фекер уның дуҫтарына ла оҡшай, артабан башҡорт телендә һөйләшкән генә түгел, ә йырлаған ҡурсаҡтарҙы ла һорай башлайҙар.
– Мин ҡурсаҡтарҙы дуҫым менән эшләйем. Беҙ әҙер ҡурсаҡтарға үҙебеҙ теккән башҡорт костюмдарын кейендерәбеҙ, улар өсөн милли биҙәүестәр эшләйбеҙ. Ҡурсаҡтың корпусына тауыш модулен һалабыҙ. Тауышты ла әҙерләргә кәрәк – фразаларҙы, куплеттарҙы яҙып алырға, эшкәртергә, – ти Руфия Ханова
Шуныһы ҡыҙыҡ: уның төп һөнәре ижадтан алыҫ, ул бухгалтер булып эшләй. Оҫтаның төп эше – әлбиттә, әсәй булыу, Руфия ханым өс бала тәрбиәләй.
Фестивалдең матбуғат хеҙмәте.

