

Төп сәхнәлә 16.00 сәғәттә мәҙәни программа башлана. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры балаларҙы Корней Чуковский әҫәре буйынса ҡуйылған «Айболит һәм Бармалей» тигән мюзикл менән ҡыуандырасаҡ.
Ошонда уҡ 17.00 сәғәттә «Дурацкий цЫрк» башлана. Спектакль тамашаһын донъя буйлап үткән фестивалдәр ҡатнашыусыһы «Высокие Братья» урам клоунадаһы театры күрһәтә.
18.00 сәғәттә төп сәхнәлә программаны фестивалдең махсус ҡунағы Amirсhik (Әмирхан Батабаев) дауам итә.
19.00 сәғәттә төп сәхнәлә «Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!» тапшырыуы һәм уның алып барыусыһы Антон Зорькин сығыш яһай. Ярты сәғәттән йәнһүрәт, унан һуң «Суртан әмере буйынса» тигән фильм күрһәтелә, төп ролдәрҙә – Никита Кологривый менән Мила Ершова (20.00).
СОЮЗМУЛЬТФИЛЬМ майҙансығында көнө буйы оҙон буйлы ҡурсаҡтар Винни-Пух менән Пятачок бәләкәй ҡунаҡтарҙың күңелен асыр.
11.00 сәғәттән башлап 3D-моделләү, анимация, пластилинография, уйынсыҡтар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтә.
Аҡмулла сәхнәһендә (педуниверситет эргәһе) Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының, Өфө Йәш тамашасы театрының тамашалары, йәнһүрәттәр бара.
Һүрәттәрҙә: “Әйҙә уйнарға” фестивале күренештәре. Фестивалдең матбуғат хеҙмәте фотолары.