

Бөгөн 5 июндә Совет майҙанында II Бөтә Рәсәй «Әйҙә уйнайыҡ» уйынсыҡтар фестивален рәсми асыу тантанаһы уҙҙы.
Республикабыҙ башлығы Радий Хәбиров, ҡунаҡтарҙы һәм ҡатнашыусыларҙы тәбрикәләп яһаған сығышында, уйынсыҡтарҙың тәрбиәүи йоғонтоһон һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Бала ниндәй уйынсыҡ менән уйнауы һәм уйындан ниндәй тәьҫорат алып үҫеүе уның ниндәй шәхес булып формалашыуына йоғонто яһай. Ҡайһы бер уйындар баланы физик яҡтан көслө итеп үҫтерһә, икенселәре – рухи яҡтан, матурлыҡты яратыуға өндәйәсәк”, – тине төбәк етәксеһе, ойоштороусыларға, ата-әсәләргә мөрәжәғәт итеп.
«Әйҙә уйнайыҡ!» фестивале баш ҡалабыҙҙа 4 көн барасаҡ. Сараның программаһы бик бай һәм мауыҡтырғыс. Совет майҙанында төрлө спорт уйындары буйынса, балсыҡтан һауыт-һаба эшләү һәм уйынсыҡтар эшләү оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.
Дүрт көн буйына балалар өсөн «Авиапарк», «Йыһан – Буяуҙарҙа»,«Технологик үҫеш», «Уйынтека», «Квиз ғаләме», «Спорт», «Патриот», «Ышаныс майҙансығы» зоналары эшләйәсәк.