+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
6 Июнь 2025, 06:00

Беҙҙә балалар тауарҙары етештереүселәр кластеры эшләй

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Әйҙә, уйнарға» фестиваленең күргәҙмә экспозицияларын, тематик зоналарҙы, майҙансыҡтарҙы ҡараны.

Беҙҙә балалар тауарҙары етештереүселәр кластеры эшләйБеҙҙә балалар тауарҙары етештереүселәр кластеры эшләй
Беҙҙә балалар тауарҙары етештереүселәр кластеры эшләй

Республика етәксеһе башҡортса һөйләшкән уйынсыҡтар етештергән Руфия Ханова менән әңгәмәләште. Күп балалы әсә әйтеүенсә, уны был бизнес төрөн һайларға балалары күндергән. Радий Хәбиров уға дәүләт субсидияларынан файҙаланырға кәңәш итте.

“МПП-Күмертау” предприятиеһы директоры Евгений Иванов БУДИ БАСА компанияһы өсөн йомшаҡ уйынсыҡтар,  уйынсыҡ кейем-һалымы һәм аксессуарҙар етештереүҙәре тураһында һөйләне. Фирма Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды аша ташламалы кредит алған.

“Умка” предприятиеһы етәксеһе Мая Крепановская йомшаҡ мебель, сенсор бүлмәләре өсөн ҡорамалдар етештереү тураһында мәғлүмәт бирҙе. “Балалар уйынсыҡтары етештереүселәргә ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт, был беҙҙең өсөн бик мөһим”, – тине ул Радий Фәрит улына.

“Уйынсыҡтар етештереү – ҡатмарлы тармаҡ, ул Киров, Түбәнге Новгород, Мәскәү ҡалалары һәм өлкәләрендә генә һаҡланып ҡалған, – тине Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. – Башҡортостанда балалар өсөн тауарҙы 80-дән ашыу предприятие етештерә. Беҙ Балалар тауарҙары етештереүселәр кластеры ойошторҙоҡ һәм хәҙер шуның менән шөғөлләнергә теләгән төбәктәрҙе берләштерәбеҙ”.

“Башҡортостан” гәзитенән.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас