+16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июнь , 16:17

Өфөгә арналған уйындар балаларҙы көтә

"Әйҙә уйнарға" фестивалендә Өфө тураһында уйын менән таныштырҙылар. «Мираҫ һаҡлаусылар» (“Хранители наследия”) уйыны Өфөнөң 450 йыллығына, уның тарихына, иҫтәлекле урындарына, Башҡортостанды һәм баш ҡаланы данлаған күренекле шәхестәргә арналған.

Өфөгә арналған уйындар балаларҙы көтә
Өфөгә арналған уйындар балаларҙы көтә

– Уйынды Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы заказы буйынса эшләнек. Уны бергәләп, тимәк, бөтә ғаилә, дуҫтар, класташтар менән йыйылышып уйнарға була. Күнегеүҙәр ҡатнашыусыларға башҡорт халҡының тарихын, асылын,  рухи ҡиммәттәрен асырға ярҙам итә, – тип проекттың нескәлектәре менән уртаҡлашты  уйынды эшләгән компанияның етәксеһе Евгений Черкасов.

Уйындың сюжеты шундай: төп геройҙар Гөлназ, Морат, Азамат, Ғәлим һәм Дилара Өфөнөң тарихи урындары буйлап сәйәхәткә сыға. Һәр йөрөш һайын легендаларҙан алып данлыҡлы яҡташтарыбыҙҙың исемдәре хаҡында  яңы  мәғлүмәттәр туплай һәм  уйын  аҙағында Өфөнө яулай.

Уйын ике сәғәткә иҫәпләнгән, балалар һәм өлкәндәр ҙә уйнай ала.

Уйынды эшләүселәр майҙансығы фестивалдең бөтә көндәрендә лә эшләйәсәк. Көн һайын 15:00 сәғәттә  компанияның башҡа уйындарын, ә 8 июндә «Мираҫ һаҡсылары» уйынын уйнарға була.

Фестивалдең матбуғат хеҙмәте.

Фото: https://avroracenter.com/istoricheskaya-nastolnaya-igra-xraniteli-naslediya/

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: