

Кисә «Союзмультфильм» майҙансығында ҡунаҡтарҙы дуҫтары менән бергә Винни-Пух ҡаршылағайны. Майҙансыҡтағы оҫталыҡ дәрестәре «Әкиәттә ҡунаҡта» тигән анимация программаһы менән тамамланды.
6 июндә майҙанға Арыҫлан балаһы менән Кеша килде. Төрлө оҫталыҡ дәрестәре, анимация буйынса дәрестәр һәм феррлинг техникаһында ижад итеү бара. Программала шулай уҡ пазлдар йыйырға,гигант кубиктар менән уйнарға мөмкин.
7 июндә ҡунаҡтарҙы Матроскин һәм Шарик ҡаршы аласаҡ. Почтальон Печкин менән Федорҙың «Простоквашино» йәнһүрәте мотивтары буйынса үткәрелгән квизы балалар өсөн тотош бер ваҡиға булмаҡсы.
8 июндә, фестивалдең һуңғы көнөндә, "Союзмультфильм" бөтә геройҙары менән осрашыуҙар бүләк итә. Программала беләҙектәр үреү, мунсаҡ һәм брошкалар эшләү, шулай уҡ “Музыка буйынса йәнһүрәтте таны” тигән музыкаль квиз үткәреү ҡаралған.