+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
6 Июнь 2025, 09:15

Уйынсыҡ – стратегик тауар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә II Бөтә Рәсәй  «Әйҙә уйнайыҡ» уйынсыҡтар фестиваленең пленар дискуссияһында ҡатнашты. Унда власть органдары етәкселәре, эксперттар, тауар етештереүселәр балалар индустрияһының төп йүнәлештәре тураһында фекер алышты. Пленар дискуссия “Киләсәк өсөн уйын: милли үҫеш маҡсаттарына өлгәшеүгә сәнәғәт нисек ярҙам итә” тигән темаға барҙы.

Уйынсыҡ – стратегик тауарУйынсыҡ – стратегик тауар
Уйынсыҡ – стратегик тауар

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, уйынсыҡтар етештереү – күп осраҡта ҙур табыштар килтермәй торған бизнес, әммә уйынсыҡ балаларҙы тәрбиәләүҙең мөһим өлөшө булып тора, ә балалар илебеҙҙең киләсәге өсөн яуаплы буласаҡ быуын. Уйынсыҡ – стратегик тауар. Шунлыҡтан балаларыбыҙ өсөн уйынсыҡтарҙың үҙебеҙҙең илдә етештерелеүе мөһим.

Радий Фәрит улы Башҡортостанда балалар тауарҙары етештереүселәрҙең күбәйә барыуын билдәләне. Уларға дәүләт яғынан ярҙам саралары ҡаралған. Мәҫәлән, еңел сәнәғәт предприятиеларының сеймал һәм ҡорамалдар алыуға сығымдары өлөшләтә ҡаплана. Компаниялар Сәнәғәтте үҫтереү фондынан ташламалы заем, күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан өсөн, шулай уҡ тауарын сертификатлау һәм билдәле итергә тырышыу өсөн субсидиялар  алырға хоҡуҡлы.

Пленар дискуссияла Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова ҡатнашты.

– Педагог-психолог булараҡ шуны әйтәм: уйын – баланы тәрбиәләүҙең һәм үҫтереүҙең төп сараһы. Уйынға сығымдар  һалып, беҙ киләсәк нигеҙен һалабыҙ. Беҙҙе өнәп етмәүселәр  фильмдар һәм компьютер уйындары эшләүҙе юҡҡа ғына финансламай, был идеологик мәсьәлә, – тине Лилиә Ғүмәрова. – “Әйҙә уйнарға”, бер яҡтан, бала саҡ байрамы булһа, икенсе яҡтан, өлкәндәрҙе балаларыбыҙға иң яҡшы уйынсыҡтар, иң яҡшы әйберҙәр бирер өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында ла уйландыра. Дөрөҫ уйынсыҡтар сығарабыҙмы, улар ниндәй материалдарҙан эшләнгән – шулар тураһында уйландыра.

Пленар дискуссияла тармаҡты үҫтереү, уйынсыҡтарҙы сифатлы, хәүефһеҙ итеү тураһында һүҙ барҙы. Шулай уҡ баланың күңеленә, рухи үҫешенә ниндәй йоғонто яһауы, йәш быуынды Рәсәй йәмғиәтенең традицион ҡиммәттәре нигеҙендә тәрбиәләү мәсьәләләре күтәрелде.

РФ сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Екатерина Приезжева Башҡортостандың күп йүнәлештәрҙә лидер булыуын билдәләне.

– Халыҡ-ара санкциялар һәм сит ил брендтарының китеүе беҙҙең етештереүселәргә бушаған баҙарҙы биләү юлын асты, һәм уны ҡулдан ысҡындырырға ярамай. Кодтарҙың классификаторҙарын деталләштереү эше иһә Ватан балалар индустрияһының күберәк тауарҙарына һалым ташламалары яһау мөмкинлеген бирер, – тине министр урынбаҫары.

Балалар баҡсалары һәм мәктәптәр өсөн балалар тауарҙары һатып алыу тураһында Рәсәй мәғариф министры урынбаҫары Андрей Корнеев сығыш яһаны. Ул балалар учреждениелары өсөн берҙәм уйын тауарҙары исемлеге раҫланыуын хәбәр итте. Был исемлектә Ватан тауарҙарына өҫтөнлөк бирелә. А. Корнеев профиль фестивален ойошторған өсөн рәхмәт белдерҙе.

Рәсәй “Белем” йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары Кирилл Хваль үҫеп килеүсе быуынға патриотик тәрбиә биреүҙә уйынсыҡтарҙың һәм уйындарҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул шулай уҡ “Тыуған уйынсыҡ” Бөтә Рәсәй конкурсы тураһында һөйләне. Был конкурсҡа уйынсыҡтар проекттары тәҡдим ителә. Быйыл төбәктәрҙән 28 мең ғариза алынған, шуның 153-ө – Башҡортостандан.

Балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары ассоциацияһы президенты Антонина Цицулина уйынсыҡтар етештереү тармағының балаларҙы сифатһыҙ һәм тәрбиә өсөн  зарарлы уйынсыҡтарҙан яҡлаусы социаль йүнселлек төҫө ала барыуын билдәләне. Йәнә уйынсыҡтарҙы Ватан сәнғәте, әҙәбиәте, мәҙәниәте, кино һәм телевидениеһы менән бәйләү зарурлығына туҡталды.

Ултырыш һуңында Башҡортостан Башлығы ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтте һәм идара итеү командаһының уйынсыҡ эшләүселәр, етештереүселәр, һатыусылар менән тығыҙ бәйләнештә эшләүенә иғтибарҙы көсәйтергә тәҡдим итте.

Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәсми сайты.

Уйынсыҡ – стратегик тауар
Уйынсыҡ – стратегик тауар
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас