Зилә Лираны ҡасандыр был уйынға Белорет районында йәшәгән өләсәһе Хөббиямал менән олатаһы Яхья өйрәткән булған.
– Чемпионатта Әбйәлил, Мәсетле, Белорет һәм Өфө райондарынан ҡунаҡтар ҡатнашты. Күп балалар Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатынан килгән. Был гимназия уҡыусыһы Асҡар Ибәтуллин инде икенсе тапҡыр еңеү яуланы. Әбйәлил районынан Рамаҙан Моратшин да, былтырғы кеүек үк, икенсе урын алды. Үҙ чемпиондарыбыҙҙы Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарына әҙерләйәсәкбеҙ, — тип һөйләне Зилә Лира.
Борон уйын өсөн эре мөгөҙлө мал йәки һарыҡтың һөйәге ҡулланылған, бәкәл быуыны һәм бот һөйәге араһында урынлашҡан бәләкәй һөйәк алынған. Уны таҙартҡандар, ныҡ тоҙло эретмәлә бешергәндәр, шунан һөйәк күҙҙе ҡамаштырырлыҡ аҡ төҫкә ингән һәм оҙаҡ һаҡланған. Әҙерлек ҡыуышлығына ҡурғаш, ә борон бай уйынсылар көмөш, хатта алтын һипкән булған. Шулай итеп, уйын һөйәге ашыҡ килеп сыҡҡан. Хәҙер чемпионатты ойоштороусылар ашыҡты 3D принтерҙа баҫтыра.
Күсмә халыҡтарҙың ашыҡ уйынының асылы – һөйәктәр ырғытыуҙа, тәү ҡарашҡа ул урыҫтарҙың “лапта” уйынын хәтерләтә. «Әйҙә уйнарға» фестиваленең бөтә көндәрендә лә Республика халыҡ ижады үҙәге сатырында ошо уйынға өйрәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтә.