+16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь , 19:57

"Башҡорт аты" конкурсы еңеүселәре асыҡланды

"Әйҙә уйнарға" фестивалендә "Башҡорт аты" конкурсына йомғаҡ яһалды. Ул республиканың төрлө райондарынан бик күп йәш ҡатнашыусыларҙы йыйҙы. Балалар быуындар бәйләнеше, ата-бабаларының батырлыҡтары тураһында һөйләгән һәм хәҙерге ваҡиғаларға үҙ мөнәсәбәтен белдергән һүрәттәр, ҡул эштәре, эсселар һәм башҡа ижади эштәр тәҡдим итте.

"Башҡорт аты" конкурсы еңеүселәре асыҡланды
"Башҡорт аты" конкурсы еңеүселәре асыҡланды

Жюри эштәрҙең юғары кимәлдә булыуын, башҡарыу  формаларының төрлөлөгөн һәм балалар ижады аша тапшырылған тойғоларҙың тәрәнлеген  билдәләне.

Бөтә ҡатнашыусыларға сертификат тапшырылды, еңеүселәр һәм лауреаттар дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде. Иң яҡшы эштәрҙең ҡайһы берҙәре МХО-ға ебәреләсәк, башҡалары Республика Хәрби Дан музейы һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы коллекцияларында лайыҡлы урын аласаҡ.

Ойоштороусылар конкурста ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе:

– Бер йыл элек был конкурсты башлағанда балаларҙың бындай юғары оҫталыҡ кимәле күрһәтерен көтмәгәйнек. Эштәрҙең байтағы “Патриот”  паркында, Евразия күсмә цивилизациялар музейында урын алды, бер өлөшө “Салют” сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы реабилитациялау үҙәгенә тапшырылды.  Балаларға ихлас рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Шулай уҡ ата-әсәләргә, педагогтарға, художество етәкселәренә бик ҙур рәхмәт.

Тантана дуҫтарса, йылы мөхиттә үтте. Ватанға һөйөү, тарихҡа ихтирам нәҡ ошондай мәлдәрҙә – балаларҙың ихласлығы, ижады һәм  тыуған ере өсөн ғорурлығы аша тыуа ла инде.

 

"Башҡорт аты" конкурсы еңеүселәре асыҡланды
"Башҡорт аты" конкурсы еңеүселәре асыҡланды
"Башҡорт аты" конкурсы еңеүселәре асыҡланды
Автор:Зиля Галлямова
Читайте нас: