+16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь , 11:46

Элекке уйындарҙы иҫкә төшөрәбеҙ

Аҡмулла исемендәге БДПУ алдында көн һайын  “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Тирмә”, “Көршәк ватыу” уйындарын  уйнаталар.  Бәләкәстәргә «Һыбайлылар», «Арҡан тартыу» эстафеталары, йомортҡа һалынған ҡалаҡ менән йүгереү, «Йәшерәм яулыҡ», «Үҙеңә бүләк ҡырҡ», «Күҙ бәйләш» уйындары оҡшар. “Минең кеүек эшлә!” музыкаль уйыны ла күңелдәренә хуш килер.  Шулай уҡ уҡтан атып ҡарарға мөмкин.

Башҡорт халыҡ уйындарын һәм башҡа шундай ҡыҙыҡлы сараларҙы  “Әйҙә уйнарға” фестивале сиктәрендә Республика халыҡ ижады үҙәге үткәрә.  Майҙансыҡҡа рәхим итегеҙ!

Фото: фестивалдең матбуғат үҙәге.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: