+16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь , 10:34

Уйнарға саҡыралар

«Әйҙә уйнарға» II Бөтә Рәсәй фестиваленең иң ҡыҙған сағы. Ситтә ҡалмағыҙ. Бөгөн дә балаларға ла, ата-әсәләргә лә ҡыҙыҡ буласаҡ.  

Уйнарға саҡыралар
Уйнарға саҡыралар

Төп сәхнә

11.00 Һеҙҙе «Простоквашино»нан   почтальон Печкин, Фёдор ағай, Матроскин һәм Шарик көтә.  

13.00 «Простоквашино» интерактив йәнһүрәт уйыны.

16.00 Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры спектакле  «Бөтә сысҡандар сыр ярата».

18.00 Zәinetdin төркөмөнөң этно-тамашаһы.

19.00 «Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!» тапшырыуы һәм уны алып барыусы Полина Криворучка. Артабан йәнһүрәт менән  «Летучий корабль» фильмы була.

СОЮЗМУЛЬТФИЛЬМ майҙансығы

Бөгөн бында хужалар –  Матроскин менән Шарик. Анимация техникалары буйынса оҫталыҡ дәрестәре дауам итә. 15.40 почтальон Печкин менән Фёдор ағайығыҙ квиз үткәрә.

Аҡмулла сәхнәһе

12.00  В.И. Альбанов исемендәге полярниктар музейы үткәргән «Төньяҡ балҡышы» республика конкурсы еңеүселәрен һәм призерҙарын ҡотлау тантанаһы.

14.00 «Башҡорт аты» ижади эштәр республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү.

16.00 Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры  «Айыу бабай йоҡламай» спектаклен ҡуя.

18.00 Йәнһүрәт.

20.00 Өфө Йәш тамашасы театрының «Богатырь Степан Ромашкин» спектакле.

Тематик зоналар

«Авиапарк», БР Авиамоделләү федерацияһы зонаһы. Республика өҫтәмә белем биреү мәктәптәренең оҫталыҡ дәрестәре.

«Йыһан буяуҙары», Өфө планетарийы зонаһы. Балалар өсөн мауыҡтырғыс шөғөлдәр.

«Технологик үҫеш». Өфө өҫтәмә белем биреү мәктәптәренең,  «Берлога» киберспорт клубының, ӨДНТУ һәм баш ҡала технопарктарының тематик майҙансыҡтары эшләй.  Ошонда уҡ йәнһүрәттәр ижад итеү буйынса анимация зонаһы  көтә. Тура эфирҙа «Дрондар уҙышы» бара.

«Игротека» зонаһында – шахмат һәм шашка турнирҙары.

«Спорт» зонаһында баскетбол, футбол, хоккей һәм роллер спорты уйындары үтә.

«Ышаныс мөхите»ндә көн һайын БР социаль хеҙмәткәрҙәре һәм психологтары ташламалар алыу, балалар менән эшләү буйынса консультациялар үткәрә.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: