"Балаларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереүсе уйынсыҡтарға күберәк өҫтөнлөк бирәбеҙ, бөгөн бәләкәй ҡыҙыбыҙ өсөн ағас конструктор, үҙемә резина менән атыусы пистолет һатып алдыҡ. Бала саҡтан хыялланған инем, – тине артист.
Йәш ғаилә бәпәй көтә, көҙгөһөн яратҡан ҡатыны Регина малай бүләк итәсәк. Тимәк, йәш артисҡа машина, пистолет уйнарға иптәш буласаҡ.
“Ирҙәр ғүмер буйы бала булып ҡала, тиҙәр”, – тип йылмая әңгәмәсебеҙ һәм, мине уйынсыҡтар магазинына индерергә ярамай, сөнки ассортименттың яртыһын һатып алырға әҙермен, тип өҫтәй.
Заһир Зәйнетдинов, эше күп булыуына ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт ҡыҙы менән булырға ваҡыт табырға тырыша.
– Ҡыҙымдың тыуыуы мине тулыһынса үҙгәртте. Ул инде бөтөнләй атай ҡыҙы – минең менән генә йоҡлай, китергә кәрәк саҡта ебәрмәй. Бергә уйнайбыҙ, йөрөйбөҙ. Уға ни бары бер йәш тә ун ай. Өйҙә ҡыҙыбыҙ менән башҡортса һөйләшәбеҙ. Файҙалы һәм башҡорт телендәге йәнһүрәттәр ҡарайбыҙ. Ул республика Башлығы грантына төшөрөлгән «Балалар» йәнһүрәтен ярата. Уны балаларға һәм өлкәндәргә лә ҡарарға тәҡдим итәм, – ти Заһир Зәйнетдинов.
«Әйҙә уйнарға» фестивале – Башҡортостандың яңы бренды, бөтә илдә республиканы танытырға, уйындар индустрияһын үҫтереүгә этәргес бирә, тип иҫәпләй артист.
– Был байрам беҙҙе бала саҡҡа ҡайтара. Беҙ, өлкәндәр, шатлана белмәй башланыҡ. Ә балаларҙы хатта ябай әйберҙәр ҙә һоҡландыра: улар иртән уяна һәм яңы көнгә шатлана, – тип иҫәпләй йондоҙ.
Ул яратҡан уйынсығын да иҫенә төшөрҙө. Дүрт йәшендә уға конкурста сығыш яһағандан һуң клоундар төшөргән машина бүләк итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был уйынсыҡты ҡустыһы ватҡан. Бала сағын иҫенә төшөрөп, әле шуға оҡшаш уйынсыҡ һатып алған.