+16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июнь , 23:09

Өфөлә «Әйҙә уйнарға» фестивале тамамланды

Совет  майҙанында II Бөтә Рәсәй «Әйҙә уйнарға» уйынсыҡтар һәм уйындар фестивален ябыу тантанаһы булды.  Быйыл унда илдең 10 төбәгенән 150-ләп етештереүсе һәм кәсепсе ҡатнашты.  Уларға – ҡатнашыусы сертификаты, ә иң яҡшы уйынсыҡтар өсөн махсус приздар тапшырылды.  

Өфөлә «Әйҙә уйнарға» фестивале тамамланды
Өфөлә «Әйҙә уйнарға» фестивале тамамланды

«Балалар ҡарашынса иң яҡшы уйынсыҡ» номинацияһында интерактив танк алышы еңде («Башҡортостандың йәш таланттары» ЯСЙ). Ата-әсәләр «Бесәй Басик»ты өҫтөн күрҙе («МПП- Күмертау» ЯСЙ). Олатайҙар һәм өләсәйҙәр милли кейемле ҡурсаҡты иң шәбе тип тапты (кәсепсе  Рәшиҙә Миңнеғолова, Өфө ҡ.). Эксперттар «Простоквашинонан өсәү» йәнһүрәте буйынса конструкторға («Полесье» ЯСЙ,  Ульянов өлкәһе Димитровград ҡ.) беренселекте бирҙе.

«Тактиль театр» (шәхси эшҡыуар Наталья Субботина, Түбәнге Новгород) «Ғаилә менән уйнайбыҙ» тигән махсус номинацияға лайыҡ булды. «Үҙ ҡулыбыҙ менән эшләйбеҙ» номинацияһы «Ағас робот» уйынсығына тапшырылды (Илья Кирилловых, KiriRobi,  Киров ҡ.)

Түбәнге Новгородтан кластерлы үҫеш үҙәге етәксеһе  Сергей Рябов ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларға йылы һүҙҙәрен әйтте:

— «Әйҙә уйнарға» фестивале — эшләнмәләр менән алмашыуға шәп майҙансыҡ. Бында беҙ балаларға нимә оҡшағанын күрәбеҙ, мәҙәни һәм коммерция йәһәтенән үҫәбеҙ. Республика Башлығына, Мәҙәниәт һәм Сәнәғәт министрлыҡтарынан коллегаларыбыҙға, Балалар тауарҙары индустрияһы ассоциацияһына айырым рәхмәт. Дүрт көн буйы беҙ иртәнән кискә тиклем эшләнек, балалар менән уйнаныҡ,  уларҙың йылмайыуҙарын күреп ҡыуандыҡ. Беҙ ошолар өсөн йыйылдыҡ та инде. Шәп ҡала, шәп көн торошо, шәп мөхит. Рәхмәт, Өфө, рәхмәт, Башҡортостан!

«Полесье» уйынсыҡ фабрикаһының (Ульяновск өлкәһенең Димитровград ҡалаһы) бүлек начальнигы  Валерий Нижегородов та ойоштороусыларға, ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостандың сәнәғәт һәм энергетика министры урынбаҫары Валерий Ғәлиев сараны ябыу тантанаһын йомғаҡланы, бөтә ҡатнашыусыларға, ойоштороу менән шөғөлләнгән ҙур командаға рәхмәт әйтте.

Форумға килтерелгән уйынсыҡтарҙың күп өлөшө Башҡортостандың балалар йорттарына бүләк ителде.

Фестивалдең матбуғат хеҙмәте.

Өфөлә «Әйҙә уйнарға» фестивале тамамланды
Өфөлә «Әйҙә уйнарға» фестивале тамамланды
Өфөлә «Әйҙә уйнарға» фестивале тамамланды
Өфөлә «Әйҙә уйнарға» фестивале тамамланды
Өфөлә «Әйҙә уйнарға» фестивале тамамланды
Өфөлә «Әйҙә уйнарға» фестивале тамамланды
Өфөлә «Әйҙә уйнарға» фестивале тамамланды
Өфөлә «Әйҙә уйнарға» фестивале тамамланды
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: