– Еңеүселәрҙе бүләкләүҙең нәҡ «Әйҙә уйнарға» фестивалендә үтеүе шатландыра. Беҙ бөтәбеҙ ҙә бала саҡ иленән, беҙ уйнайбыҙ, ғәжәпләнәбеҙ икән – тимәк, күңелебеҙ тере. Һүрәт төшөрөүҙән, ижад итеүҙән айырылмағыҙ, – тине Өфөнөң Йәмәғәт палатаһы секретары Әнүәр Байков.
Ул махсус хәрби операциялағы һәр подразделениела балалар рәсемдәре һәм хаттары эленгән тотош стеналар барлығы тураһында һөйләне. «Патриотизм эштәр аша күренергә тейеш. Ә һеҙҙең һүрәттәрегеҙ, фронтҡа яҙған хаттарығыҙ – бәләкәс кенә булһа ла һеҙҙең эштәрегеҙ», – тине Байков конкурсанттарға.
«Төньяҡ балҡышы» балалар сәнғәт мәктәптәре, ижади түңәрәктәр һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүеләрен йәлеп итте. Конкурсҡа 150-ләп эш килде.