Башҡортостандың Милли музейы ойошторған сараларҙан әле “Урал батыр” эпосының машинкала баҫылған күсермәһен Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырыу тантанаһы бара. Артабан 13 сәғәттә “Урал батыр” эпосына бағышланған түңәрәк ҡор була. 15 сәғәттә «"Урал батыр" эпосы – хазиналар һандығы» тигән квиз уйын башлана. Ул эпостың деталдәре һәм тарихы буйынса белемдәрҙе һынай.
Кис көнө 18 сәғәттә Сибай концерт-театр берекмәһе “Самрау батша бүләге” тигән спектакль күрһәтә.