+16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июнь , 19:20

Уйындар фестивалендә Урал батыр мажаралары тураһында йәнһүрәт була

Бөгөн кис  «Урал батыр һәм Самрау батшалығы» тигән йәнһүрәт күрһәтелә. Анимацион  таҫма  башҡорт эпосы мотивтары буйынса төшөрөлгән. Проект авторы  Дамир Мөхәмәтйәров белдереүенсә,  ижади төркөм 12 минут эсендә тамашасыларға халыҡ ижады ынйыһының тәрән мәғәнәһен еткерергә тырышҡан.  Йәнһүрәт төшөрөү фекере уға 2010 йылда уҡ килгән – эпосты уҡыу илһамландырған, әммә 2020 йылда ғына тормошҡа ашырыу насип булған.  

Уйындар фестивалендә Урал батыр мажаралары тураһында йәнһүрәт   була
Уйындар фестивалендә Урал батыр мажаралары тураһында йәнһүрәт була

«Урал батыр  һәм Самрау батшалығы» Рәсәй эстрадаһы йондоҙо Дмитрий Маликов концертынан һуң күрһәтеләсәк.  

Артабан нәфис фильм була. «Ауыл менән һынау» – ул нуғай ғаиләһе тураһында комедия. Аталар менән балалар араһындағы бәхәстәр, глобалләшеү осоронда туған мәҙәниәтте һаҡлау өсөн көрәш темалары һүрәтләнә.

Төп герой бәләкәй тамашасыларға оҡшар, моғайын. Ул – блогер булырға хыялланған ун бер йәшлек малай. Уға бер айҙы ауылда үткәрергә тура килә. Ә унда әхләҡ-тәртип мәсьәләһе ҡаты ҡуйылған. Фильмды  «Башҡортостан» киностудияһы менән «Домбайфильм» бергә төшөргән.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: