+16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июнь , 15:58

"Әйҙә уйнарға" фестивалендә - боронғо башҡорт уйындары

«Әйҙә уйнарға» фестивалендә этнограф, тарих фәндәре кандидаты Гөлкәй Шаһапова башҡорт халҡының онотолған уйындары хаҡында һөйләне. Ғалимәнең һүҙҙәренсә, уларҙың күбеһе боронғо ритуалдарҙан барлыҡҡа килгән. Был уйындарҙы фестивалдә беренсе тапҡыр өйрәнгән балалар үҙҙәренең милли кемлеген тоя ала.

"Әйҙә уйнарға" фестивалендә - боронғо башҡорт уйындары
"Әйҙә уйнарға" фестивалендә - боронғо башҡорт уйындары

– Һәр традицион йәки хәҙерге заман  мәҙәниәтендә,  уйын – ул балаға донъяны танытыуҙа  иң беренсе аҙым. Иң тәүге уйындар баланы хәрәкәт итергә һәм хәрәкәттәрҙе координацияларға өйрәтә. Артабан, дүрт-биш йәштән, балалар иғтибарҙы талап иткән, ҡатмарлыраҡ уйындарға күсә. 4-5 йәштән ҡыҙҙар биш таш, ә малайҙар – ашыҡ, таяҡтар һәм таштар менән уйнай, – тип һөйләй Гөлкәй Шаһапова.

Үҫмер саҡта балалар физик яҡтан әүҙем уйындар уйнай башлай. Ә бына хужалыҡ алып барыу күнекмәләрен «ҡыҙ-әсә» («ҡунаҡ саҡырышыу», «өй уйыны») уйынында, ҡурсаҡтар, уларға кейемдәр тегеүҙә күрергә мөмкин.

Шулай итеп, уйындар ярҙамында балалар аралашыу, хеҙмәт күнекмәләренә өйрәнә.

–  Икенсе төрлө әйткәндә, бала социалләшә, әхлаҡи нормаларҙы үҙләштерә һәм йәмғиәттә үҙ урынын биләй. Уйын аша белем алыу бөтә этностың һаҡланып ҡалыуын, яраҡлашыуын һәм үҫешен аңлата, – тип һығымта яһай Гөлкәй Шаһапова.

Өфөлә  “Әйҙә уйнарға” фестивалендә  балалар  асфальтта таш, бау, бүре һәм хатта һарыҡ һөйәктәре менән мауығып уйнай. Ҡаланың бер генә балалар майҙансығында ла бындай күренеште осратмаҫһың. Ә бит борон был уйындарҙы һәр бала белгән, уйнаған.

"Әйҙә уйнарға" фестивалендә - боронғо башҡорт уйындары
"Әйҙә уйнарға" фестивалендә - боронғо башҡорт уйындары
"Әйҙә уйнарға" фестивалендә - боронғо башҡорт уйындары
"Әйҙә уйнарға" фестивалендә - боронғо башҡорт уйындары
Автор:Зиля Галлямова
Читайте нас: