Был спектакль театр сәхнәһендә ҡуйыла һәм тамашасыларҙың һөйөүен яулай. “Әйҙә уйнарға” фестивале өсөн уны шул уҡ костюмдар, сценография һәм идея менән, әммә яңы актерҙар составында ҡуйырға ҡарар итәләр. Фирғәт Ғарипов билдәләүенсә, постановканың төп бурысы – балаларҙы боронғо текст менән таныштырыу түгел, ә уларҙа эпосҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу, улар үҙҙәре китапты асып, башҡорт легендалары донъяһына сумырға тейеш.
– Ҡайһы саҡта хатта ололар ҙа аңлап етмәгән ҡатмарлы текстарҙы балаларҙы уҡырға мәжбүр итеү – яҡшы эш түгел. Спектаклгә әҙерләнгәндә, ниңә көнбайыш супергеройҙар беҙгә үҙ ҡағиҙәләрен көсләп таға, беҙҙең үҙебеҙҙең батырҙарыбыҙ бар ҙа баһа, тип уйланым. Улар бер ни менән дә был супергеройҙарҙан ҡалышмай, хатта улар ҡыҙыҡлыраҡ та! Урал батыр йыһан масштабындағы көскә эйә һәм ниндәйҙер супермендарҙан күпкә көслөрәк һәм юғарырыҡ, - тип йылмая режиссер.
Был алым уңышлы эшләй: балалар геройҙар тураһында фекер алыша, уларҙы билдәле комикс персонаждары менән сағыштыра һәм милли фольклор байлығын аса башлай. Фирғәт Ғарипов эпосты халыҡтың ДНК-һы тип атай, сөнки унда халыҡтың боронғо фәлсәфәһе һәм донъяға ҡарашы сағылыш таба. Көнбайыш супергеройҙары йыш ҡына шәхси мотивтарҙан сығып эш итә, «Урал батыр» эпосы персонаждары глобаль мәғәнәләге изгелек – халыҡ, ғәҙеллек, тормош өсөн көрәшә. Урал батыр изгелек юлынан бара, сөнки уның тәбиғәте шундай.
Гипотетик алышта кем еңер ине, тигән һорауға режиссер: «Халк эксперимент ярҙамында көскә эйә булды. Ә Урал батыр – титан, уның көсө тәбиғи, үҙгәрешһеҙ. Әгәр Халк һуғышҡан һайын көсәйһә, Урал ғөмүмән барыһынан да өҫтөн, юғары».
Балаларҙың үҙ геройҙарын белеүе, улар менән ғорурланыуы һәм аңлауы көс тураһындағы бәхәстәрҙән мөһимерәк, тип иҫәпләй Ғарипов. Башҡорт халҡының бай тарихы бар, ул популяр Голливуд франшизаларынан һис тә кәм түгеллеген һыҙыҡ өҫтөнә алды режиссер.
“Сулпан” театры спектакле – ябай спектакль түгел, ә боронғо йола менән хәҙерге балалар араһындағы күпер. Режиссер сағыу образдар, динамик хәрәкәт һәм ғәҙәти супергеройҙар менән сағыштырыу аша милли легендаларҙың донъя блокбастерҙары кеүек үк мауыҡтырғыс булыуын иҫбатлай. Тимәк, “Урал батыр" эпосының киләсәге ҙур.
Фестивалдең матбуғат хеҙмәте.