Эш программаһы
Пленар дискуссия:
«Киләсәк өсөн уйын: милли үҫеш ҡаҙаныштарына сәнәғәттең булышлығы»
Стратегик дискуссиялар:
«Уйын һәм уйынсыҡ – мәҙәни традицияның айырылғыһыҙ өлөшө»
«Балалар туризмы – туристик биләмәләр үҫешенең тиҙләткесе»
Ҡатнашыусылар һаны – 150-ләп етештереүсе һәм һөнәрмән, улар Рәсәйҙең 10 төбәгенән йыйылды: Башҡортостан, Түбәнге Новгород, Киров, Ульяновск өлкәләре, Удмурт Республикаһы, Пермь крайы, Магнитогорск, Силәбе, Пенза, Омск.
Фестиваль дүрт көн буйы иртәнге 10-дан киске 10-ға тиклем, бөтәһе 48 сәғәт эшләне.
267 меңдән ашыу килеү теркәлде! Дмитрий Маликовтың концерты ғына ла 15 меңдән ашыу тамашасы йыйҙы.
Яҡынса 8 миллион һумлыҡ уйынсыҡ һатылды.
Йөҙҙәрсә оҫталыҡ дәресе үткәрелде.
Тамашалар һаны:
20 спектакль,
15 йәнһүрәт,
5 нәфис фильм күрһәтелде.
Алып килгән уйынсыҡтарының күбеһен Башҡортостандың балалар йорттарына тапшырҙылар:
«Десятое королевство Волги» ЯСЙ, Түбәнге Новгород өлкәһе,
«Весна» уйынсыҡ фабрикаһы, Киров ҡалаһы,
«Полесье» ЯСЙ, Димитровград ҡалаһы, Ульяновск өлкәһе,
Sciencely (Сайенсли) маркетинг фирмаһы, Өфө,
Зөлфиә Фәхрисламова, һөнәрмән, Өфө,
«Возвуден» ЯСЙ, Түбәнге Новгород өлкәһе,
«Hobby Games» өҫтәл уйындары магазины, Өфө.
Конкурстарға йомғаҡтар һәм еңеүселәрҙе бүләкләү:
В.И. Альбанов исемендәге музейҙың «Төньяҡ балҡышы» республика ижади конкурсы
Ижади эштәрҙең «Башҡорт аты» республика конкурсы
Йәрминкә барышында үткәрелде:
«Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар» темаһына осрашыу-әңгәмә.
«Әйҙә уйнарға» күргәҙмәһе - мәғлүмәт майҙанында:
5–8 июндә генә лә киң мәғлүмәт сараларында, шул иҫәптән ИТАР-ТАСС, Интерфакс, Коммерсант, АиФ, Российская газета, Комсомольская Правда, РБК, Учительская Газета кеүек федераль матбуғат сараларында һәм башҡаларҙа 2 700-ҙән ашыу публикация сыҡты.
Социаль селтәрҙәрҙә, пабликтарҙа 8000-ләп материал донъя күрҙе.
Тулайым аудитория 45 миллиондан ашыу кеше тәшкил итте.
Материалдар сығыуын дауам итә.
Дүрт көн буйы балалар, ата-әсәләр, олатайҙар менән өләсәйҙәр һәм эксперттар фекерҙәре буйынса иң яҡшы уйынсыҡҡа тауыш биреү барҙы.
Балалар фекеренә ярашлы иң яҡшы уйынсыҡ:
«АРМАТА АБРАМСҠА ҠАРШЫ» ИНТЕРАКТИВ ТАНК АЛЫШЫ. Етештереүсеһе: «Башҡортостандың йәш таланттары» ЯСЙ.
Ата-әсәләр фекеренә ярашлы иң яҡшы уйынсыҡ:
БАСИК ТИГӘН БЕСӘЙ. Етештереүсеһе «МПП- Күмертау» ЯСЙ, Башҡортостан Республикаһы.
Олатайҙәр һәм өләсәйҙәр фекеренә ярашлы иң яҡшы уйынсыҡ:
МИЛЛИ КЕЙЕМЛЕ ҠУРСАҠТАР. Һөнәрмән Миңнеғолова Рәшиҙә Суфиян ҡыҙы, Өфө ҡалаһы.
Эксперттар фекеренә ярашлы иң яҡшы уйынсыҡ:
ПРОСТОКВАШИНО ЙӘҺҮРӘТЕ БУЙЫНСА КОНСТРУКТОР. Етештереүсеһе «Полесье» ЯСЙ, Димитровград ҡалаһы, Ульяновск өлкәһе.
Махсус номинациялар еңеүселәре:
«Бөтә ғаилә менән уйнайбыҙ» номинацияһы – ТАКТИЛЬ ТЕАТР. Шәхси эшҡыуар Субботина Наталья Михайловна, Түбәнге Новгород.
«Үҙ ҡулдарыбыҙ менән яһайбыҙ» номинацияһы – АҒАС РОБОТ. Илья Кирилловых (КИРИРОБИ), Киров ҡалаһы.
Икенсе Бөтә Рәсәй «Әйҙә уйнарға!» уйындар фестивале юғары кимәлдә үтте һәм балаларҙа ла, ата-әсәләрҙә лә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Форум үҫеп килеүсе быуында рухи ҡиммәттәр һәм патриотизм тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерҙе.