+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
11 Июнь 2025, 08:28

102-се гимназияла "Аманат"ҡа яҙылалар

2025 йылдың икенсе яртыһына “Аманат” журналына яҙылырға онотмағыҙ, дуҫтар!

102-се гимназияла "Аманат"ҡа яҙылалар102-се гимназияла "Аманат"ҡа яҙылалар
102-се гимназияла "Аманат"ҡа яҙылалар

Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы (директоры Шайморат Тимербулатов)  65 данаға яҙылды ла инде. “Подписка дауам итә”, – ти гимназияның уҡытыусы-китапханасыһы Илзирә Ғарифуллина.  Илзирә Ришат ҡыҙы уҡыусылар менән беҙҙең журнал араһындағы күпер кеүек. Журналыбыҙ  тураһында һөйләй, яҙылыу ойоштора.

102-се гимназияла уҡытыусылар ҙа “Аманат”ты таратыуға өлөш индерә. Мәҫәлән, әлеге ярты йыллыҡта Рита Усманова етәкселек иткән 5-се “А”-лар “Синыф менән “Аманат”ҡа” акцияһына ҡушылғайны. Әле тотош синыф менән журналыбыҙҙы алдырып уҡып йөрөйҙәр.

Һүрәттәрҙә: Илзирә Ришат ҡыҙы балалар менән.

102-се гимназияла "Аманат"ҡа яҙылалар
102-се гимназияла "Аманат"ҡа яҙылалар
102-се гимназияла "Аманат"ҡа яҙылалар
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас