«Наградили Данила. Парень учится в школе №16 и уже в таком юном возрасте не остаётся в стороне и всегда готов прийти на помощь. Спасибо за отважный поступок и отдельная признательность родителям за воспитание настоящего мужчины!» – тип яҙа Нефтекама хакимиәте башлығы Эльдар Вәлидов социаль селтәрҙәрҙә.
Ҡыйыу үҫмер бер баланың тәҙрә төбөнә менгәнен күреп ҡала ла, йығылып төшһә, тотоп алырға кәрәк, тип йүгереп килә. Данилдың килеүе бик ваҡытлы була: ике йәшлек ҡыҙыҡай тәҙрәнән аҫҡа оса. Данил уны тотоп алып, ергә үлемесле бәрелеүҙән һаҡлап ҡала.
Ҡыҙсыҡ дауаханала, хәле арыулана, тип яҙалар Башинформ таҫмаһында.