«Хөрмәтле ватандаштар, ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе ихлас күңелдән илебеҙҙең төп дәүләт байрамы — Рәсәй көнө менән ҡотлайым! Был байрам Ватаныбыҙҙың көсөн, берҙәмлеген, бай мәҙәниәтен һәм күп быуатлыҡ тарихын символлаштыра. Ул тыуған илебеҙҙең данлы үткәндәре өсөн рәхмәтебеҙҙе, лайыҡлы бөгөнгөбөҙ өсөн ғорурлығыбыҙҙы һәм бөйөк киләсәгенә ныҡлы ышанысыбыҙҙы сағылдыра...
...Тыуған республикабыҙ һәм Бөйөк Рәсәй үҫешенә индергән уртаҡ тырышлығыбыҙ артабан да лайыҡлы һөҙөмтә килтерһен. Йөрәктәребеҙҙе Ватаныбыҙға ҡарата һөйөү, уның именлеге һағына баҫҡандарға рәхмәт һәм ғорурлыҡ хисе тулыландырһын. Рәсәй көнө, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәм баш ҡалабыҙ Өфөнөң тыуған көнө менән, дуҫтар! Тыныслыҡ, именлек һәм яңы ҡаҙаныштар теләйем!» – тине Радий Фәрит улы.
Сығанаҡ: Башинформ.