

Ҡайһы берәүҙәр каникулға тиклем бер-ике ай ҡалғанда уҡ эш эҙләй башлаған икән. Был хаҡта Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников “Башинформ” хәбәрсеһенә биргән интерьюһында һөйләгән. Ул малайҙарға һәм ҡыҙҙарға йәйгелеккә нисек, ҡайҙан эш табыу тураһында кәңәштәр ҙә биргән.
“Мин бер эш тә белмәйем. Тәжрибәм юҡ, һөнәрем юҡ. Мине кем эшкә алһын инде?” – тип уйлаған балалар барҙыр. Шул арҡала баҙнатһыҙланып, теләһә лә, эш һорашып йөрөргә тәүәккәлләй алмағандар ҙа байтаҡтыр. Шиктәрегеҙҙе таратабыҙ: йәй көнө хеҙмәткәрҙәр күпләп ялға киткәндә предприятиелар, ойошмалар квалификацияһыҙ эштәргә ситтән кеше алырға әҙер тора. Башҡара торған вазифаларығыҙға тиҙ өйрәтәләр – уныһы өсөн борсолмағыҙ.
Хеҙмәт министры урынбаҫары балаларға ҡулай профессияларҙы һанай: кухня эшсеһе, сувенир продукцияһы етештереүсе, сауҙа залы хеҙмәткәре, биләмәләге үҫемлектәрҙе ҡараусы, биләмәне тәртиптә тотоусы, ауыл хужалығы эштәре, социаль эшмәкәрлек, иҫтәлекле урындарҙы тәртипкә килтереү, реклама, заказдар ташыу, документтар менән эшләү, предприятиеларҙа ярҙам, ял һәм уйындар ойоштороу кеүек эштәр көтә уларҙы. Балалар шулай уҡ мәктәптәргә эшкә инә ала. Унда ихата йыйыштырыуҙа, китапханала, мәктәп ашханаһында эшләргә мөмкин.
Быйыл Башҡортостандың мәшғүллек үҙәктәре 19 меңләп мәктәп уҡыусыһын эшкә урынлаштырырға әҙерләнә. Эш хаҡы хеҙмәт контракты шарттарына бәйле һәм минималь хеҙмәт хаҡы кимәленән төбәктәге уртаса эш хаҡы кимәленәсә тиклем булырға мөмкин.
Эш һорап район һәм ҡалаларҙағы мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Улар балаларҙы эшкә урынлаштырыуға бик яуаплы ҡарай. Предприятие йә ойошманың финанс хәле, эш шарттары, эш хаҡын түләй алыуы, шулай уҡ эш урынының үҫмерҙең өйөнә алыҫ булмауы иҫәпкә алына. Шунан эш биреүсе менән ваҡытлыса эшкә алыу тураһында килешеү төҙөлә. Төҙөлгән договорҙар һәм вакансиялар тураһындағы мәғлүмәт берҙәм “Работа России” цифрлы платформаһына индерелә. Шунда уҡ мәктәптәр уҡыуҙан буш ваҡытҡа (йәғни каникулда ғына түгел) 14 – 18 йәшлек үҫмерҙәрҙе эшкә алыу тураһында күмәк ғариза ла бирә ала. Йәғни теләгәндәрҙе эшкә урынлаштырыу менән мәктәбегеҙ шөғөлләнә ала.
Юрий Михайлович балаларҙы эшкә алыуҙа сикләүҙәр тураһында ла һөйләй. Уларҙы, мәҫәлән, иҫерткес эсемлектәр, тәмәке менән һатыу иткән урындарға, төнгө клубтарға һәм барҙарға, зарарлы, хәүефле производстволарға алыу тыйыла. Эш биреүсе йәш хеҙмәткәрҙәрҙе командировкаға ебәрә, ҡаралғандан артығын эшләтә, төнгө сменала, байрамдарҙа һәм ял көндәрендә эшләтә алмай. Эш бала өсөн хәүефһеҙ булырға, уның һаулығына һәм үҫешенә зарар килтермәҫкә тейеш.
Каникулда эшләп, үҫмерҙәр киләсәккә тәжрибә туплай, ҡушылғанды ваҡытында башҡарырға, яуаплы булырға, хеҙмәттәштәр менән аралашырға өйрәнә. Коллективта низағлашыу, ығы-зығы ла булып китә – коллегалар менән уртаҡ тел табырға тура килә. Эшләгән аҡсаңды тотона белергә лә өйрәнәһең.
Йәйге каникул ҙур тормошҡа ҙур тәжрибә туплау осоро була ала – теләк кенә кәрәк.