"Һәр көн "Йәйләү"ҙә күңелле лә, файҙалы ла үтә. Бөгөн, 11 июндә, Архангел районының ПЧС-63 янғын һүндереү бүлексәһенә экскурсияға барҙыҡ. Хеҙмәткәрҙәр йылы ҡаршы алды, янғын һүндереүсе һөнәре, янғындан һаҡланыу саралары менән таныштырҙы. Күп төрлө һөнәрҙәр бар – янғын һүндереүселәр иң кәрәклеләрҙең береһе һанала. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү мотлаҡ!
Был хаҡта Абзан урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡыусылары хәбәр итә.