+11 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь , 00:07

Салауат Юлаевҡа яңы һәйкәл асылды!

Ошо көндәрҙә үткән "Салауат йыйыны" республика фольклор байрамы башҡорт халҡының милли геройы һәйкәлен асыу тантанаһынан башланды. Һәйкәл Силәбе өлкәһе менән Башҡортостан Республикаһы сигенә, Салауат районына ингән урынға ҡуйылды.

Салауат Юлаевҡа яңы һәйкәл асылды!
Салауат Юлаевҡа яңы һәйкәл асылды!

Артабан халыҡ райондың һабантуй яланына Салауат Юлаевтың тыуыуына 271 йыл тулыуға арналған байрам сараларына йыйылды. Бында "Һәр дәүерҙең үҙ Салауаты" тигән театрлаштырылған тамаша ойошторолдо, ул һәр йылдағыса сағыу булды.

Шулай уҡ тирмәләр араһында ярыш, Салауат Юлаев исеменә арналған "Оран" сувенирҙар конкурсы, бәйге, көрәш, "Ауҙарыш" уйыны ла үткәрелде.

Салауат районы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең төп байрамы – "Һабантуй" ҙа бергә үткәрелеүе йәнлелек өҫтәне.

Иғтибарығыҙға был матур тамашанан күренештәрҙән торған видео тәҡдим итәбеҙ.

Салауат Юлаевҡа яңы һәйкәл асылды!
Салауат Юлаевҡа яңы һәйкәл асылды!
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: