+11 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июнь , 15:19

Уҡырға инеүселәргә

Юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы 20 июндә башлана. Документ тапшырыу өсөн үҙ аяғың менән килеп йөрөмәһәң дә була. Дәүләт хеҙмәттәре аша онлайн оҙатаһың.

Уҡырға инеүселәргә
Уҡырға инеүселәргә

Бының өсөн

- "Дәүләт хеҙмәттәре" порталына инергә;                                                                                                                                                                               инергә;

- “Вузға инеү” бүлегенә күсергә лә үҙеңдең цифрлы профилеңде эшләргә;

- Кәрәкле мәғлүмәттәрҙе һоратып алырға: диплом, олимпиадалар йомғаҡтары,  ирекмәнлек, ГТО күрһәткестәре һ.б.

- Ошо уҡ сервис аша колледждарға һәм техникумдарға ла документ ебәреп була.

- Абитуриентҡа 5 юғары уҡыу йортон һәм һәр береһендә 5-әр йүнәлеш һайларға рөхсәт.

- Шәхси кабинетыңда ғаризаның  статусын, инеү имтихандарының көнөн, исемлектәр һәм конкурстарҙы күҙәтеп барырға була.

- Маҡсатлы йүнәлтмә буйынса инеүселәрҙең ойошма менән договоры шәхси кабинетҡа килә. Уға “Госключ” ҡушымтаһы аша ҡул ҡуйырға кәрәк буласаҡ.

- Уҡыуға алыныуға ризалыҡ бирергә онотмағыҙ. Ризалыҡ бирелһә генә һеҙҙе ҡабул ителгәндәр исемлегенә индерәсәктәр.

- Әгәр бер вузға ризалыҡ биргәс, кире уйлап, икенсеһенең саҡырыуын ҡабул итергә булһағыҙ, тәүге вузға биргән ризалыҡты ғәмәлдән сығарығыҙ һәм икенсе вузға күсерегеҙ.

- Юғары уҡыу йортона ҡабул ителгәндәрҙең ризалығын алыу 5 авгусҡа тамамлана. 6–7 августа ҡабул ителеү тураһһында бойороҡтар сыға.

(Башҡортостан Хөкүмәтенең телеграм-каналынан).

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: