Өфөлә беҙ Салауат Юлаевтың мөһабәт һәйкәле янында иҫтәлекле фотоға төштөк. Экскурсовод Татьяна милли герой тураһында бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләне.
Аҙаҡ Якутов исемендәге паркта боулинг уйнаныҡ.
Ә иң ҡыҙығы, әлбиттә, аквапаркта һыу инеү булды! Рәхәтләнеп уйнаныҡ, ял иттек.
Баш ҡалаға сәйәхәт ойошторғандары өсөн ата-әсәләргә рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙгә шул тиклем ныҡ оҡшаны, киләсәктә тағы ла барырбыҙ, тип уйлайым, Өфөлә матур урындар бик күп бит.
АБДРАХМАНОВ Әмир,
Ауырғазы районы Р.Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се синыф уҡыусыһы.