Нәркәс ролен – Нәркәс Ҡалмырҙина, Һомайҙы – БР-ҙың халыҡ артисткаһы Рушанна Бабич, ҡоштар батшаһы Самрауҙы – БР-ҙың атҡаҙанған артисы Шәһит Хамматов, Үлмәҫҡартты Салауат Юлдашбаев уйнай.
Дошмансыл Шүлгәнде – Динислам Сафин, хәйләкәр Юханы БР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы Лилиә Исҡужина башҡара.
Батырҙар ролдәрендә – Әбйәлил Үтәбаев, Вадим Хәйруллин, БР-ҙың халыҡ артисы Венер Сөнәғәтов.
Спектакль театрҙың 35-се миҙгелен ябыу барышында күрһәтелде.
Фотолар – kulturarb.ru сайтынан.