Наза Мәҡсүт ҡыҙы бөтәһен дә тантана менән ҡотланы. Етәксе, бар көсөн һалып, мауыҡтырғыс саралар үткәргән, балалар тураһында хәстәрлек күргән тәрбиәселәргә, тәмле аштары өсөн ашнаҡсыларға рәхмәт һүҙен еткерҙе. Ул конкурстарҙа, ярыштарҙа призлы урындар яулаған, лагерь тормошонда әүҙем ҡатнашҡан балаларға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Тантанала һәр ырыуҙың музыкаль сәләме яңғыраны. Ҡыҙҙар үҙҙәре әҙерләгән флешмобты үткәрҙе. Балаларҙың рәхмәттәре стена гәзитенә теркәлгәйне.
Лагерҙа уҡыусылар файҙалы һәм күңелле ял итте, һаулығын нығытты. Уларҙы илһөйәрлек һәм башҡорт рухында тәрбиәләүгә ҙур урын бирелде. Көн һайын үткәрелгән "Алпамыша уйындары", "Күңелле старттар", милли уйындар балаларҙы физик яҡтан нығытты.
Йәйге каникул дауам итә. Уҡыусылар һәйбәт итеп ял итһен, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һаҡлаһын, яңы уҡыу йылына көс туплап килһен!