+15 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июнь , 18:40

Минең ғәмәли сәнғәтем - балалар өсөн илһам сығанағы

«Китап» нәшриәтенең күргәҙмәләр залында Яныбай Хамматовтың ейәнсәре, ғәмәли сәнғәт оҫтаһы – Алһыу Хамматованың күргәҙмәһенең презентацияһы булды.

Минең ғәмәли сәнғәтем - балалар өсөн илһам сығанағы
Минең ғәмәли сәнғәтем - балалар өсөн илһам сығанағы
«Китап» нәшриәтенең күргәҙмәләр залында Яныбай Хамматовтың ейәнсәре, ғәмәли сәнғәт оҫтаһы – Алһыу Хамматованың күргәҙмәһенең презентацияһы булды.
Сарала яҙыусылар, ҡурсаҡтар яратыусылар һәм рәссамдың яҡындары йыйылды.
- Бала саҡта олатайым һәм әсәйем уҡыған әкиәттәрҙе күңелем аша үткәреп, пластилиндан образдар эшләй инем. Мәктәпте тамамлағанда йә табип, йә рәссам булам тигән һайлау алдында торҙом. Табип булып та, яратҡан эшем менән буш ваҡытымда шөғөлләнә аласаҡмын, ә рәссам булһам табип була алмаясаҡмын тигән фекергә килеп, медицина университетына уҡырға индем.
Балам тыуғас, ҡыҙыма әкиәттәрҙе китап итеп үҙем эшләп ҡуйҙым. Әсәйем был китапсыҡты күреп ҡалып иллюстрацияларымды нәшриәткә тәҡдим итте. Яныбай Хамматовтың китаптарын иллюстрацияларға рөхсәт бирҙеләр. Һуңғараҡ башҡорт телендә сыҡҡан «Ал сәскә» әкиәтенең иллюстрацияларын эшләнем. Әлбиттә, был эш күп ваҡыт талап итә. Эш менән йөҡо араһында эшләргә тура килә. Балаларым да, әсәйем дә был шөғөлөмдә ярҙам иттеләр, уларға ҙур рәхмәтемде белдерәм – ти рәссам.
Күргәҙмәлә ысынлап та ниндәйҙер айырым атмосфера тойола. Ҡурсаҡтар шул арала йәнләнеп атлап китер төҫлө, сөнки рәссам ысынлап та һәр ҡурсағының йөҙөн характерлы итеп, эмоциональ сағылышын дөрөҫ биреп эшләргә тырышыуы асыҡ күренә.
Балалар өсөн илһам сығанағы булырҙай күргәҙмәгә Алһыу Хамматова барлыҡ ғәмәли сәнғәт һөйөүселәрен саҡырып ҡала.
 
Автор:Зиля Галлямова
Читайте нас: