Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамырҙина, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының кесе ғилми хеҙмәткәре, шағирә Зөһрә Рәхмәтуллина МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә “Аманат” журналына яҙылыу бүләк итте.
Спорт министрлығының төп кәңәшсеһе Розалия Мортаева – “Радуга” социаль һәм коррекция ярҙамы үҙәгенә, ошо уҡ министрлыҡ вәкиле Ленара Хәмитова Йылайыр районы Йомағужа урта мәктәбенә берәр дана “Аманат” яҙҙырҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының идара рәйесе Юлдаш Йосопов хәстәрлеге менән Туймазы районында бер бала журналыбыҙҙы уҡыясаҡ.
“Аманат”ҡа яҙылыу һәм яҙҙырыу дауам итә. Һеҙ ҙә ҡушылығыҙ.
#добраяподписка