+15 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июнь , 20:16

Изгелеккә сик тә, кәртә лә юҡ

Бөгөн “Китап” магазинында үткәрелгән матбуғатҡа яҙылыу һәм яҙҙырыу сараһы тамамланды. Төрлө йәштәге төрлө һөнәрле кешеләр килде, улар араһында “Изге подписка” хәйриә акцияһына ҡушылыусыларҙың байтаҡ булыуы шатландырҙы. Алдағы поста уларҙың бер нисәһен һанап үткәйнек инде.

Изгелеккә сик тә, кәртә лә юҡ
Изгелеккә сик тә, кәртә лә юҡ

Тағы бер нисә кеше күптәргә өлгө булырлыҡ эш эшләне.

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Ҡыйғы районында бер ғаилә уллыҡҡа алған балаға “Аманат” журналын  яҙҙырҙы.

Gl Engineering үҙәгенең проектлаусыһы Маргарита Мөфтәхова Баҡалы районы Иҫке Ҡорос ауылындағы бер балаға икенсе ярты йыллыҡҡа “Аманат” журналын бүләк итте.

Рәсәй Финанс университетының Өфө филиалы колледжы уҡытыусыһы Зарина Нәзирова “Китап байрамы”нда “Аманат”ҡа үҙе яҙылғайны, әле Ҡыйғы районы Йосоп ауылында йәшәгән бер баланы яҙҙырҙы.

Башҡортостан Хөкүмәте Мәғлүмәт оҙатыуы һәм киң мәғлүмәт саралары менән эш итеү департаментының баш кәңәшсеһе Луиза Шәптиева Ауырғазы районындағы тәрбиәгә алынған балаға журналыбыҙҙы бүләк итте, үҙе лә яҙылды.

Өфө Фән һәм технологиялар университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Азамат Аҡъюлов, ҙур ғаиләнең башлығы, үҙ балаларын “Аманат”һыҙ ҡалдырмаҫҡа булды.

Өфөлә йәшәүсе башҡорт теле уҡытыусыһы Илһам Латиповтың хәстәрлеге менән  журналыбыҙҙы уның туғандары ла уҡыясаҡ. Ә Рәсәй Почтаһы хеҙмәткәре Гөлнара Мөхәмәтшина  “Аманат” журналын Шаран районындағы бер балаға яҙҙырырҙы.

Изгелек ҡылырға килгән кешеләрҙең күбеһе мохтаж ғаиләләргә, МХО ғаиләләренә “Аманат” журналын ғына түгел, башҡа баҫмаларҙы ла яҙҙырҙы. Изгелеккә сик тә, кәртә лә юҡ. Теләк кенә булһын!

 

#АманатЖурналынаЯҙыл
#добраяподписка

Изгелеккә сик тә, кәртә лә юҡ
Изгелеккә сик тә, кәртә лә юҡ
Автор:Зиля Галлямова
Читайте нас: