+15 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июнь , 14:40

Матбуғат дуҫтары "Китап" магазинына ашыға

Хөрмәтле дуҫтар, бөгөн «Китап» магазинында 2025 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу бара.

Матбуғат дуҫтары "Китап" магазинына ашыға
Матбуғат дуҫтары "Китап" магазинына ашыға

“Китап” магазинында республика баҫмалары журналистары,  «Республика Башкортостан» нәшриәт йортоноң подписка бүлеге вәкилдәре килгән бер кешене ихлас ҡаршы ала, теләгәндәрҙе мәшәҡәтһеҙ генә баҫмаларға яҙҙыра, “Изге подписка” хәйриә акцияһына ҡушылыу мөмкинлеген аңлата. Улар киске 8-гә тиклем эшләйәсәк.

Бөгөн тултырылған бөтә квитанциялар “Яҙыл да бүләк от” отошонда  ҡатнашасаҡ. Хәбәр итеүебеҙсә, был отошта ҡиммәтле приздар уйнатыласаҡ. Еңеүсе июль айында БСТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуында асыҡланасаҡ.

#АманатЖурналынаЯҙыл

#добраяподписка

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: