+15 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июнь , 11:05

Етемдәргә ярҙам йөҙөнән

Башҡортостан депутаттары етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға ярҙам йөҙөнән уларға тәүләп эшкә урынлашҡанда матди ярҙам күрһәтеүҙе законлаштырған.

Етемдәргә ярҙам йөҙөнән
Етемдәргә ярҙам йөҙөнән

23 йәшкә тиклемге етемдәр һәм ҡараусыһыҙҙар, тәүге тапҡыр  мәшғүллек хеҙмәтендә теркәлһә, артабан ярты йыл буйына иң юғары күләмдә эшһеҙлек пособиеһы ала (әлеге ваҡытта республикала ул 17301 һум тәшкил итә).

Законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, әгәр йәш кеше ярты йыл тулмаҫ элек эшкә урынлашһа, уға өҫтәмә түләү ҡаралған. Тик ул өҫтәмә мәшғүллек хеҙмәтендә теркәлгән көндән алып алты ай эсендә генә түләнә. Йәғни ни тиклем иртәрәк эшкә урынлашһаң, шул тиклем ҙурыраҡ отошта ҡалаһың.

Ярты йыл сиктәрендә эштә үткән һәр ай өсөн дәүләт республикалағы уртаса эш хаҡы менән етемдең ғәмәлдә алған эш хаҡы араһындағы айырманы түләйәсәк.

Өҫтәмә күпме була? Әлеге көндә республикала уртаса эш хаҡы – 68 848 һум. Июлдә ул ҡайтанан ҡараласаҡ, тимәк, бер аҙ үҙгәрергә мөмкин.

Шулай итеп, етемдең эш хаҡы,  эш урынында уға күпме тәғәйенләнһә лә, ошо уртаса эш хаҡы кимәлендә буласаҡ. Ҡабатлайбыҙ: эшһеҙ булараҡ теркәлгән мәлдән алып алты ай эсендә. Шул мөҙҙәт үткәс, эш урынында ҡаралған хаҡ бирелә башлай.

Сығанаҡ: Башинформ.

#АманатХоҡуҡтар

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: