Хөрмәтле дуҫтар! “Аманат” журналына 2025 йылдың икенсе яртыһына яҙылыусылар өсөн “ЯҘЫЛ ДА БҮЛӘК ОТ!” уйынын иғлан иткәйнек. Унда ҡатнашырға теләгән һәр кем беҙгә квитанцияһының күсермәһен ебәрҙе.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, велосипед, 3D-ручка, музыкаль колонка, мини-термопринтер, синтезатор, дискошар-вертолет уйнатылды.
“Аманат” журналының баш мөхәррире Сәлмән Шакирйән улы Ярмуллин уйынды үҙе үткәрҙе.
Иғтибарығыҙға – бүләк отоусылар исемлеге:
ҒӘЛИУЛЛИНА Юлиә, Белорет районы Шығай ауылы – дискошар-вертолет;
АЛЛАҒУЖИНА А. И., Күгәрсен районы Мораҡ ауылы – синтезатор;
КИИСИКОВА София, Учалы районы Илсе мәктәбе – 3D-ручка;
ҠОРАМШИН Рәсүл, Бөрйән районы Байғаҙы ауылы – мини-термопринтер;
НУРИЕВ Рәмис, Бөрйән районы Байназарр ауылы – музыкаль колонка;
МИРСАЯПОВА Лилиә, Өфө ҡалаһы – велосипед!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Бүләктәрегеҙҙе, мөмкинлегегеҙ булһа, редакцияға килеп алыуығыҙ һорала. (Уйынды видеола ҡарағыҙ!).