Әле Өфөлә аяҡ-ҡул зәғифлеге кисергән балалар һәм үҫмерҙәрҙең еңел атлетика буйынса Бөтә Рәсәй ярышы бара. Ярыштарҙа 8 – 17 йәшлек 60-тан ашыу спортсы ҡатнаша.
Илназ тураһында республика һәм ил баҫмаларында күп яҙылды. Иҫегеҙгә төшөрәйек. Илназ дүрт йыл элек урамда иптәштәре менән футбол типкән саҡта туп трансформатор щитына төшә. Илназ тупты алырға менеп китә. Тик шул мәлдә уны 5–10 мең вольт көсөргәнешле электр тогы һуға. Илназдың ҡулдары янып сыға. Ҡулдар ҡотҡарырлыҡ хәлдә булмай. Малай әллә нисә операция үткәрә, янбашынан тиреһен күсереп ултырталар, ҡулдарын ҡулбашҡа тиклем ҡырҡалар. Илназдың яҙмышы, һаулығы өсөн тотош илдә генә түгел, бөтә донъяла борсолған, ярҙам итергә тырышҡан кешеләр күп була. Илназ Дәүләтов төшөнкөлөккә бирелмәй, уҡыуын да уҡый, спортта ла ҡаҙаныштарға өлгәшә. Афарин, Илназ!
Фотола һәм видеояҙмала: Илназ Дәүләтов һәм үҙәк етәксеһе Айрат Дауытов.
Сығанаҡ: Башинформ.