-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июль , 11:20

”Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы бара

Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы бара. Ул 15 йыл буйы йыл да үткәрелә килә. Сара күп балалы һәм мохтаж ғаиләләрҙәге балаларҙы мәктәпкә әҙерләшергә ярҙам итә.

”Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы бара
”Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы бара

Айырым кешеләр, ойошмалар, предприятиелар ярҙамы меңдәрсә балаға 1 сентябрҙә үҙен кәм тоймаҫҡа, мәктәпкә уныһы юҡ, быныһы юҡ тип борсолмаҫҡа  мөмкинлек биргән.

Акцияла һәр кем ҡатнаша ала. Яңы дәфтәрҙәр, ручкалар, пеналдар, рюкзактар, мәктәп формалары, китаптар ҡабул ителә. Уларҙы “Ғаилә” үҙәктәрендә йыялар.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас