

Александраға 12 йәш. 2024 йылда Башҡортостандың бәләкәс һылыуы булғайны.
Таиландтағы «Teen star International-2025» халыҡ-ара балалар матурлыҡ һәм моделинг конкурсына төрлө илдәрҙән 40-тан ашыу бала килгән. Һөҙөмтәләр буйынса Башҡортостан тәүге бишәү иҫәбенә ингән. Саша Шәйәхмәтова 4-се вице-Мисс була, “Мисс Фотогеничность” этабында Гран-при ала, “Иң яҡшы милли кейем” этабында 2-се вице-Мисс була.
Конкурсҡа килгән балаларға Бангкок һәм Паттайяға экскурсия ойошторалар, фотосессиялар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрәләр.
Сашаның сәфәре тураһында Өфөләге модель агентлығы етәксеһе Луиза Закирйәнова һөйләгән.
Сығанаҡ: Башинформ.