+24 °С
Дождь
Яңылыҡтар
9 Июля 2025, 06:21

Колледждарға инеүселәр күбәйә

Быйыл 9-сы һәм 11-се синыфтарҙы тамамлаусылар араһында колледждарҙың абруйы күтәрелгән тиҙәр. РФ мәғариф министры Сергей Кравцов хатта был күренеште феномен тип атаған. Колледждарға документтар ҡабл ителә башлағандан алып ике аҙна эсендә Рәсәйҙә 450 мең ғариза бирелгән, был былтырғынан 200 меңгә күберәк, ти министр.

Колледждарға инеүселәр күбәйәКолледждарға инеүселәр күбәйә
Колледждарға инеүселәр күбәйә

Башҡортостанда колледждарҙа 24 мең самаһы бюджет урыны булдырылған. Уларҙың күбеһе  – Рәсәйҙең технологик үҫешенә хеҙмәт итәсәк һөнәрҙәр. 43 проценты инженерия һәм заман технологиялары менән бәйле.

Медицина, педагогика, ижтимағи фәндәр йүнәлештәре лә һорау менән файҙалана.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн дөйөм бюджет урындары иҫәбенән 10 процент дәүмәлендә квота ҡаралған.

Колледждарға документтар алыу 15 августа тамамлана.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас