-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль , 14:29

Өфөлә БДИ-ға йомғаҡ яһалған

Берҙәм дәүләт имтихандарының йомғаҡтарын хәбәр итәләр. Өфөлә 100 баллылар исемлегендә - 45 уҡыусы.

Өфөлә БДИ-ға  йомғаҡ яһалған
Өфөлә БДИ-ға йомғаҡ яһалған

Географиянан – 1, химиянан – 17, рус теленән – 5, математиканан – 3, информатиканан – 6, физиканан 15 бала 100 балл алған.

Уларҙың береһе, 153-сө лицейҙан Алексей Лобов, өс фәндән (физика, профилле математика, информатика) 100 балл йыйғайны. Ике фәндән 100 балл алыусы булмаған.

Меңдән ашыу уҡыусы “Уҡыуҙа айырым уңыштары өсөн” тигән алтын һәм көмөш миҙалға лайыҡ булған.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас